0%

Сарсау. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Сарсау. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 02.05.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Үҙ-үҙемде белә башлағандан
Бар донъяға һөйөп ҡараным,
Йылы һүҙгә, яҡты йөҙгә мохтаж,
Яратыуға сарсап арыным…

Бер кем мине бары үҙем өсөн
Бар йөрәге менән яратмаҫ,
Юҡҡа сыҡһам, бер кем иҫләмәҫ тә
Кеүек ине. Бер кем иламаҫ.

Эй эҙләнем мине яратҡанды!
Табылдылар. Ләкин күрҙеләр
Йөҙөм, күҙем, ҡашым, буй-һынымды,
Күңелемә һалҡын инеләр.

Үҙем ғашиҡ булдым. Һуштан яҙып…
Ул да хисле миңә ҡарата…
Аңлап ҡалдым: ул бит мине түгел,
Үҙен яратҡанды ярата!

Һөйөүемдең боғаҙына баҫтым:
Бөтә ғүмеремде зарығып,
Мөхәббәткә сарсап, наҙға һыуһап
Яңғыҙ көрәшеүҙән арыным!

Булыр әле, тинем, бар донъяла
Берәү генә мине яратҡан,
Бар донъяға мине алмаштырмаҫ,
Минең өсөн генә йән атҡан.

Таптым. Ләкин башым әйләнмәне…
Иҫермәнем наҙлы ҡараштан.
Сабыр иттем. Һөйөү килер, тинем.
Иң мөһиме: ул бит ярата!

Утты-һыуҙы икәү бергә кистек,
Донъя ҡорҙоҡ, бала үҫтерҙек,
Уңыштарға бергә һөйөндөк тә,
Хаталарҙы тигеҙ кисерҙек.

Һиҙмәй ҡалдым: ҡайһы араларҙа
Үл үҙенә шулай арбаны?
Мөхәббәте менән сорнаған да,
Төптән тарта беҙҙең арбаны.

Үҙем мохтаж булған мөхәббәткә
Балаларҙы төрөп-урайым,
Ғүмерҙәре һөйөү-наҙға тулы
Булһын инде бер үк, Хоҙайым!

Әле булһа, бала саҡты иҫләп,
Йөрәккәйем әрней, һыҙлана,
Яҡлау-яратыуға мохтаж булған
Шул бәләкәй ҡыҙҙы ҡыҙғанам…